«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Прививка яһатмаған баланы мәктәпкә индермәйәсәктәр?



16.04.2019 Прививка яһатмаған баланы мәктәпкә индермәйәсәктәр?

РФ Мәғариф министрлығы ҡурҡыныс инфекцияларҙан вакцинация уҙмаған балаларҙың мәктәпкә йөрөүен сикләргә тәҡдим итте.


Вакцинацияланмаған бала үҙе менән сир йөрөтөүе бар, ә был инде сәләмәт балаларҙың конституцион хоҡуғын боҙа.

Манту прививкаһынан баш тартыусы ата-әсәләр балаһын дистанцион йәки өйҙә уҡыта ала.

Был яңылыҡ илдә ныҡ таралған туберкулез сиренә ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк, ти Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға