«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ!



16.04.2019 Башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ!

Быйыл бишенсегә үткәреләсәк башҡорт теленән региональ диктант халыҡ-ара статусҡа эйә булды. Был тәҡдим менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды сығыш яһаны. 4 апрелдә БР Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, башҡорт халҡы милли мәҙәнилеген таратыу, халыҡтың тел кимәлен арттырыу маҡсатында үтәсәк.

Диктант яҙыу 18 майҙа үтәсәк. Уны ғәҙәттәгесә Башҡорт дәүләт университеты әҙерләй, төп яҙыу майҙансыҡтары ла унда урынлашасаҡ. Әйткәндәй, диктант икәү - телде яҡшы белгәндәр һәм башланғыс кимәлдәгеләр өсөн буласаҡ. Әле яҙма эштең текстары һәм дикторҙарҙы һайлап алыу бара.

Әле БР мәғариф министры Айбулат Хажин етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырылған. Уның составына БР Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Гөлназ Йосопова һәм башҡа рәсми кешеләр ингән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға