«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйҙәге иң хәүефле әйбер нимә?



16.04.2019 Өйҙәге иң хәүефле әйбер нимә?

Американың Аризона университеты ғалимдары һәр йортта булған бер әйберҙең үтә ҡурҡыныс икәнен асыҡлаған. Һүҙ һауы-һаба йыуыу өсөн ҡулланылған йомшаҡ әйбер - губка тураһында бара.

Баҡтиһәң, ул үҙендә төрлө бактериялар туплай. Улар дымлы һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары эләгеп ҡалған губкала ныҡ үрсей икән. Ҡайнатып йәки башҡа ысул менән дезинфекция үткәргәндән һуң бактериялар күберәк туплана.

Тәжрибәләр һөҙөмтәһендә шуныһы асыҡланған: бер аҙна дауамында һауыт-һаба йыуылған губканың һәр 6 квадрат сантиметрында 10 миллионға яҡын патоген микроорганизм тупланған. Улар араһында кампилобактер айырыуса ныҡ үрсегән. Был бацилла ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә булышлыҡ итә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға