16.04.2019 Бәхил бул, Нотр-Дам-де-Пари!
Кисә Париж ҡалаһында оло янғын ҡупты. Донъялағы иң матур готик соборҙа - Нотр-Дам-де-Парила - Париж Аллаһы Әсәһе соборында янғын сыҡты.
Мөһабәт ҡоролмаға реставрация үткәргәндәр, бының өсөн 6 миллион евро бүленгән булған. Собор шпилендә терәлгән баҫмаларҙа ут сыҡҡан, ул сарҙаҡтағы конструкцияларға күскән. Янғын мәлендә шпиль, ҡыйыҡ ишелеп төшкән.
Соборҙы ике быуат дауамында төҙөгәндәр, ул инквизиция, Жанна д'Арк өҫтөндә суд, Наполеондың коронацияһы, Варфоломей төнө, Бастилия кеүек ваҡиғаларҙың шаһиты.
Француз властары Нотр-Дам-де-Пари донъя мәҙәниәте өсөн юҡҡа сыҡты тип белдерә. Ярай соборҙағы хазиналарҙы - уларҙың араһында Иисус Христостың энәлектән яһалған баш япмаһы бар - һаҡлап ҡала алғандар.