«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар менән Аксаков паркына сығырға ла ҡурҡып торабыҙ – унда талпандар донъя!



16.04.2019 Балалар менән Аксаков паркына сығырға ла ҡурҡып торабыҙ – унда талпандар донъя!

... тигән хәбәр килде WhatsApp мессенджерына. Кроссовка өҫтөн баҫып алған ҡан эскестәрҙең фотоһы ла бар ине.

Әммә ысынында иһә был фото кисәгенән бирле башҡа социаль селтәрҙәрҙә лә йөрөй һәм зәңгәр аяҡ кейемендәге талпандарҙың “адресы” ғына төрлө-төрлө итеп күрһәтелә: кемдер, был фото Питерҙа төшөрөлгән, тиһә, кемдер, Өфөлә, ти, ә кемдер Мәскәүҙә, тип ҡото алына, хатта “Бирск ҡалаһында беҙҙең подъезд алдында был ғәләмәт”, тип тә кешеләр бер-береһен ҡурҡыта. Фотоһүрәт иһә Новокуйбышевскиҙа төшөрөлгән, уның авторы - «Пойменое» предприятиеһының директоры Григорий Бондарев:

—Был фотоны мин Фейсбуктағы сәхифәмә ҡуйғайным. Уны Питер егеттәре репост яһаны һәм шул ике арала фото социаль селтәрҙәр буйлап осто, - ти Григорий. – Ҡырҙа талпандар ғәҙәттәгенән күп түгел, ни бары былар йомғаҡ булып кроссовкаға килеп төштө лә, мин камераны алғансы, аяҡ кейеме буйлап таралды.





Бынан тыш Григорий Бондарев төрлө ғәйбәткә ышанмаҫҡа кәңәш итте. Беҙ уның һүҙен ҡеүәтләп, Өфө парктарында, скверҙарында тиҙҙән талпандарға ҡаршы саралар күрелеүе тураһында хәбәр итәбеҙ. Һәм, әлбиттә, иғтибарлы булығыҙ (Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай): урамдан йәки урмандан йөрөп килгәс, өҫтөгөҙҙө ҡарарға онотмағыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға