15.04.2019 Баҡсала ҡоҙоҡ ҡаҙыһаң, лицензия ал
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары «Ер аҫты байыҡтары тураһында»ғы законға төҙәтмәне ҡабул итте. Уға ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тейешле ғариза биреп, бушлай лицензия алһа, ер аҫты һыу сығанаҡтарын файҙаланған өсөн һалым түләүҙән азат ителә. Ошо датанан һуң ширҡәткә лицензия алыу мәжбүригә әйләнә, сөнки, законға ярашлы, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланған өсөн түләргә кәрәк.
Хәҙер ер аҫты һыуҙарын көнкүреш маҡсатында ҡулланыу өсөн лицензия 7,5 мең һум торасаҡ, ул 25 йыл ғәмәлдә була.
Ғәмәлдәге нормаға ярашлы, бер нисә шартты үтәгәндә, шәхси участкала һыуҙы бушлай файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн скважинаның тәрәнлеге – 30 метрҙан, ә сығарылған һыуҙың күләме 100 кубометрҙан артмаҫҡа тейеш (әгәр был һыу эшҡыуарлыҡ өсөн тотонолмаһа).
Әгәр баҡсасылыҡ ширҡәттәре 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем ошо алымдан файҙалып өлгөрһә, мәсьәлә оҙаҡ йылдарға хәл ителә. Юҡ икән, ширҡәт, ҡатнашыусыларҙан аҡса йыйып, лицензия алырға тейеш.
Лицензия алмаған физик шәхестәргә 3-5 мең һум штраф һалынасаҡ.