15.04.2019 Һалымдан азат итеүҙәре мөмкин
Түбән эш хаҡы алыусыларҙы физик шәхестәрҙең килеменән алынған һалымдан ( НДФЛ) азат итеүҙәре мөмкин.
РФ Хеҙмәт кодексы буйынса эш биреүсе хеҙмәткәргә минималь хеҙмәт хаҡы күләменән аҙ суммала эш хаҡы түләй алмай. Ул йәшәү минимумына тигеҙ һәм уртаса 11,3 һум тәшкил итә. НДФЛ түләгәндән һуң хеҙмәткәр ҡулына 9,8 мең һум ғына аҡса ала. Был осраҡта уның килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ була.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 11 миллион кеше 13,8 мең һум күләмендә эш хаҡы ала.
НДФЛ-дан азат итеү бәләкәй эш хаҡына эшләүселәргә һәйбәт, әлбиттә. Әммә «конверттар»ҙа эш хаҡы алыусылар ҙа артасаҡ.