15.04.2019 Радий Хәбиров Өфө етәкселеген тәнкитләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы етәкселеге эшен тәнҡитләп сығыш яһаны. Республика башлығы халыҡты йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеүҙә транспорт блогы эше менән ҡәнәғәт түгел.
"15 октябрҙан алып 15 апрелгә тиклем «Инцидент» системаһына 975 ғариза килде. Уларҙың 410-ы Өфөнән, 57–һе Өфө районынан. граждандарҙың транспорт тәьминәте буйынса ялыуҙарының яртыһы Өфө һәм уның районына тура килә. Мин быны аномалия тием һәм транспорт тәртибен тәьмин итеүҙәге ҡушҡандарым үтәлмәй тип ҡабул итәм. Транспорт менән тәьмин итеү блогы минең әйткәндәрҙе тулыһынса ҡабул итмәй. Мин бының менән ҡәнәғәт түгел. Транспорт тәьминәте - көн ҡаҙағында торған һорау. Ни өсөн һаман да маршруттар етмәй тип ялыуҙар килә? Ниңә беҙ был ябай проблеманы Өфөлә булһа ла хәл итә алмайбыҙ? Транспорт блогы Өфөлә эшләп етмәй", - тине Радий Хәбиров.
Республика Хөкүмәтендә үтәсәк айырым кәңәшмәлә был һорау ҡараласаҡ.