«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үткән аҙнала юлдарҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән



15.04.2019 Үткән аҙнала юлдарҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән

Үткән аҙнала Башҡортостанда 48 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Дүрт кеше һәләк булған, 50-һе йәрәхәтләнгән. Бының турала бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә Госкомтранс башлығы Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

Аварияларға күбеһенсә автомобилдең ҡаршы һыҙатҡа сығыуы сәбәпле.

Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, республика юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны буйынса водителдәргә хәүефле ТОП-5 төбәге исемлегенә ингән. Ошо сәбәпле БР Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына төбәк биләмәһендә юл фажиғәләрен кәметеү өсөн саралар ҡабул итергә бурыс ҡуйҙы.

Әйткәндәй, Башҡортостанда 1 марттан кеше һәләк булған авария урындарын тикшереү һәм был урында фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн саралар уҙғарыу буйынса комиссия эшләй башланы. Был рәсми орган бер ай дауамында юлдарҙағы һәләкәттәргә сәбәпле типик хәлдәрҙе билдәләне һәм уларҙы кәметеү өсөн аныҡ саралар йыйылмаһы төҙөнө; иң күп фажиғәләр теркәлгән төбәк һәм район, ҡала-ара биш юлды билдәләне; төбәк әһәмиәтендәге юлдарға электр яҡтыртыуы ҡороуҙы хәстәрләне; хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙоуҙы видеотеркәү ойошторҙо; аавария урындарында етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә эшләне. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан юлдарындағы авариялар һанын 13 процентҡа кәметер тип көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға