15.04.2019 Пенза өлкәһендәге юл фажиғәһендә биш яҡташыбыҙ һәләк булған
15 апрелдә төндә Пенза өлкәһенең Мокшан районында «М5-Урал» автомобиль юлының 590-сы саҡрымында ике «МАЗ» автомобиле һәм «Лада Ларгус» бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе һәм уның пассажирҙары һәләк булған.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, улар — эшкә китеп барған Сибай, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары кешеләре. Әлеге ваҡытта мәрхүмдәрҙең кәүҙәләре Пенза өлкәһе моргында.
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләк булыусыларҙың туғандары менән бәйләнешкә инергә һәм тейешле ярҙам күрһәтергә, автобус һәм оҙатып барыуҙы ойошторорға ҡушты. Сибай башлығы Рөстәм Афзалов күрелгән саралар тураһында хәбәр итеп торорға тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға һәләк булғандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүҙе өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.