«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәй эсеү серҙәре



16.04.2019 Сәй эсеү серҙәре

Сәйҙе кем генә яратмай икән? Әммә уны күптәр файҙаһы күберәк булһын өсөн нисек бешерергә һәм ҡулланырға белмәй.

- Бешерелгән сәйҙе шунда уҡ эсергә кәрәк. Оҙаҡ торғанда ундағы эфир майҙары һәм полифенолдар реакцияға инеп, сәйҙең тәме, еҫе үҙгәрә. Составында С һәм Р витамины ла кәмей. Шуның өҫтөнә йылыла торған сәй – төрлө бактерия үрсеү өсөн идеаль мөхит.
- Сәйҙе ике тапҡырҙан артыҡ бешерергә ярамай. Беренсе тапҡыр ҡайнар һыу ҡойғанда файҙалы матдәләрҙең 50 проценты юҡҡа сыға, икенсе тапҡыр бешергәндә 35 процент самаһы файҙалы матдәләре ҡала.
- Ҡайнар сәй эсмәгеҙ. Ул тамаҡты, аш юлдарын бешерә.
- Ҡаты сәй зыянлы. Танин һәм кофеиндың юғары миҡдары йоҡоһоҙлоҡҡа, баш ауыртыуға килтерә. Ҡан баҫымын күтәрә.
- Ашар алдынан һәм ашағандан һуң сәй эсмәгеҙ. Ашар алдынан сәй эсеү төкөрөктө шыйыҡлай, һөҙөмтәлә аш эшкәртеү системаһының протеинды эшкәртеү һәләте кәмей. Ашағандан һуң эскәндә ашҡаҙан һутының концентрацияһы кәмей, аш эшкәртеү эшмәкәрлеге һүлпәнәйә. Сәйҙе ашағандан һуң, бер сәғәт үткәс эсергә кәрәк.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға