«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ағас башында өс көн ултырған



15.04.2019 Ағас башында өс көн ултырған

Был хәл Белоретта булған. Юҡ, ағас башында кеше ултырған тип уйламағыҙ - унда бесәй балаһы булған.

Эттән ҡурҡыпмы икән, әллә кешенәнме - бәләкәй мыраубай ҡарағас башына менеп киткән. Билдәле булыуынса, бесәйҙәр бейеккә еңел үрмәләй, ә бына кире төшөүе ҡыйынға тура килә. Яҡын-тирәлә йәшәүселәр төнө буйы йәлләткес итеп мыяулаған мәхлүкте төшөрәм тип ағасты ла һелккән, баҫҡыс ҡуйып үрмәләп ҡараған, хатта олонға валерианка һөрткән. Аптырап, кешеләр шәмбегә ҡараған төндә янғын һүндереүселәрҙе саҡырған.

Ярай улары тиҙ килеп еткән. Бәғзеләр булһа юҡ нәмә менән башты ҡатырмағыҙ тиер ине. Боецтар АЛ автобаҫҡысын күтәреп, аҫтан япма тартып тороп, ағасты һелккәндәр. Унан һуң баҫҡысты олонға терәгәндәр - бесәй уға һикергән. Янғын һүндереүселәр тиҙ генә бесәйҙе ергә төшөргән.

Бер ҡатын үҙенә мыраубайҙы аҫрарға алған.







Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға