«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Президент әйтте: әрмегә саҡырыу бөтәсәк



12.04.2019 Президент әйтте: әрмегә саҡырыу бөтәсәк

“Әрмеләрҙә йөрөп сәс үҫтерҙем, сәскенәйем етте үрмәгә...” Ошо йырҙың мәғәнәһен аңлайһығыҙмы? Халыҡ йыры элек 25-әр йыллап батша хеҙмәтендә йөрөгән башҡорт ир-егеттәре тураһында. Ә хәҙер бер йыллыҡ армияға барыуҙан да ҡасып ҡалыусылар бар. Кем әйтмешләй, ыстырам.

Тынысланһын “косить итергә” йөрөүселәр. Рәсәй Президенты Владимир Путин киләсәктә әрмегә саҡырыу бөтөрөлөүе ихтималлығын әйтте. Беҙгә профессионалдар кәрәк. Йәғни ысын хәрбиҙәр.

Ил башлығы “Энергомаш” ракета двигателдәре төҙөү предприятиеларын берләштергән йәмғиәт хеҙмәтсәндәре менән осрашҡанда шундағы берәү кадрҙарҙы һаҡлау маҡсатында армиянан кисектереп тороу тураһында һораған. Йәш белгестәр, уҡып бөткәс тә, эшкә килһен, хеҙмәткә һуңғараҡ та барып өлгөрөр, тигән кеүегерәк инде.

Яуап шундай булған: ”Беҙ профессональ армия булдырыу йүнәлешендә китеп барабыҙ. Хеҙмәткә саҡырыу әкренләп үткәндә ҡаласаҡ. Тик бының өсөн ваҡыт һәм тейешле финанслау ҙа кәрәгә. Хәрби техника ҡатмарлаша бара, шуның өсөн армияла профессоналдар булыуы шарт”.

Былай ҙа хеҙмәт мөҙҙәте бик ҡыҫҡа, совет осорондағы кеүек түгел, тип тә өҫтәгән Президент.
Бына шулай, Рәсәй Армияһы ҡеүәтләнә бара. Тиҙҙән унда “срочниктар”ҙың эҙе лә булмаясаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға