«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтов мәрхүм булған



12.04.2019 Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтов мәрхүм булған

Өфөлә Рәсәй фоторәссамы, БР халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов ваҡытһыҙ мәрхүм булған.

Рәмил Исмәғил улы 1949 йылда Благовар районының Ҡарғалы ауылында тыуған. Бала сағынан фотография менән булышҡан. Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған, кинофотостудия режиссеры һөнәрен алған. 1976 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгенә эшкә урынлашҡан, "Ағиҙел" кинофотобүлеге менән идара иткән.

Рәмил Килмәмәтов төбәк фото проекттары һәм күргәҙмәләрендә даими сығыш яһаған. 25 йыл дауамында уның шәхси проекты - "Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт" халыҡ-ара фоторәссамдар акцияһы эшләп килде. Унда Рәсәйҙең, БДБ, ШОС һәм БРИКС, ТЮРКСОЙ илдәренән һөнәрҙәштәре иң яҡшы эштәре менән ҡатнашты.
Рәссамдың башҡа күргәҙмәләре, акциялары ла республиканың йәмәғәт тормошонда ҙур ҡаҙаныш булып торҙо.

Рәмил Исмәғил улына РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исемдәре бирелде. Ул фоторәссамдар араһында тәүгә Башҡортостан республикаһының халыҡ рәссамы званиеһына лайыҡ булды.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 13 апрелдә Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға