«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балала башҡорт теленә һалҡынлыҡ ҡайҙан килә?



12.04.2019 Балала башҡорт теленә һалҡынлыҡ ҡайҙан килә?

Ижадында кеше бәҫен, әҙәп ҡанундарын, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты алға ҡуйған абруйлы әҙип — Ноғман Мусинды Башҡорт теле уҡытыусылары съезында гөрләтеп ҡул сабып ҡаршыланылар.


— Телебеҙҙе яҡлау, һаҡлау өсөн халыҡ-ара конференциялар, саралар уҙа, ғалимдар том-том ғилми хеҙмәт баҫтыра. Тик хәҙерге ҡатмарлы тормошта был аҙ. 70 йыл элек класс ишеген асып инеп, балаларға белем биргән кеше булараҡ, рухи ҡиммәтебеҙҙең киләсәге тап уҡытыусынан тора, тип уйлайым, — тине халыҡ яҙыусыһы. — Башҡорт мәктәптәрендә башҡорт телендә белем алыу өсөн хәҙер ата-әсә ғариза яҙырға мәжбүр. Йәнәһе, улар үҙ теләге, йәғни үҙ белдеге менән уҡыта. Был һүҙҙең аҫтында насар мәғәнә ята, ул балала туған теленә ҡарата һалҡынлыҡ тыуҙыра. Хәйер, һеҙ телде уҡытыу проблемаларын миңә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ беләһегеҙ. Радий Хәбиров Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, тирә-яҡтан йылы елдәр иҫә башланы. Ошо шифалы елдәр беҙҙе борсоған мәсьәләне лә уратып үтмәһен ине, тигән теләктә ҡалам.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға