12.04.2019 Радий Хәбировтың тәүге башҡортса сығышы
Башҡорт теле уҡытыусылары алдында Радий Хәбиров башҡортса телмәр тотто.
- Дөрөҫөн әйткәндә, мин һеҙҙең алда сығыш яһарға бер аҙ ҡурҡам. Биш йәшемдә ҡалала йәшәй башланыҡ һәм мәктәпкә барыу менән руссаға күстем. Әле миңә 55 йәш, был ваҡыт эсендә башҡорт теле онотола башланы. Хәҙер Тыуған илемә, туған телемә ҡайттым. Кеше бер башҡорт һүҙен белһә, уны үҙ итәйек, ситкә типмәйек.
Бөгөн беҙҙең алда башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы итеү бурысы тора. Шулай уҡ, телде өйрәнеүҙең яңы методикаһын булдырайыҡ, балаларыбыҙҙы башҡортсаға өйрәтәйек. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә! - Радий Фәрит улының был һүҙҙәрен көслө алҡыштарға күмделәр.