«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ҡарағыҙ, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта кешеләр нисек кейенә, ҡарауы кинәнес, ә Өфө урамдары буйлап йөрөгәндәргә ҡарағы ла килмәй" - быны кем әйткән?



12.04.2019 "Ҡарағыҙ, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта кешеләр нисек кейенә, ҡарауы кинәнес, ә Өфө урамдары буйлап йөрөгәндәргә ҡарағы ла килмәй" - быны кем әйткән?

Һәм, ғөмүмән, әйткәнме икән? Ошо һорауға асыҡлыҡ индерәбеҙ.

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының урынбаҫары Салауат Хөсәйенов оператив кәңәшмәлә йәмһеҙ кешеләргә, осһоҙ кейемгә ҡарата дәғүә белдергән, тигән хәбәр социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар менән ҡулланыусыларҙы шаҡ ҡатырҙы: имеш тә ул, "Ҡарағыҙ, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта кешеләр нисек кейенә, ҡарауы кинәнес, ә Өфө урамдары буйлап йөрөгәндәргә ҡарағы ла килмәй", тигән.

Әммә был хәбәр - фейк, йәғни алдаҡ хәбәр. Ысынында иһә, Өфө мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә бысраҡ машиналар тураһында һөйләшеү булған. Төптө ялған хәбәрҙе кемдең һәм ниндәй маҡсат менән таратыуы әлегә билдәһеҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға