«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров ниндәй осраҡта немец теленең Вена диалектын өйрәнәсәк?



11.04.2019 Радий Хәбиров ниндәй осраҡта немец теленең Вена диалектын өйрәнәсәк?

Кисә Радий Хәбиров Австрияның Вена ҡалаһында Башҡортостандың инвестиция потенциалы менән таныштырҙы. Ул сығышын немец телендә башланы.

Ишетеүебеҙсә, беҙҙең Башлыҡ байтаҡ тел белә. Рус теле, башҡорт теле менән бер рәттән инглизсә лә, төрөксә лә, немецса ла һөйләшә. Ә тиҙҙән ул немец теленең Вена (Австрия) диалектын да өйрәнмәксе.
Тик бер шарты бар. Әгәр ҙә мәгәр Башҡортостанға Австрия инвестицияһы биш миллиард евронан ашһа, был һөйләште лә үҙләштерәсәк. Вәғәҙә, тигән Радий Фәрит улы Австрия бизнесмендарына.

Беҙҙең был Европа дәүләте менән тауар әйләнеше 18 процентҡа артып киткән икән. Берлектә эшләй торған проекттар ҙа етерлек. Ошо июндән Utair авиакомпанияһы Өфөнән Венаға тура рейс аса.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға