«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һайлауҙар менән Илона Макаренко идара итәсәк



11.04.2019 Һайлауҙар менән Илона Макаренко идара итәсәк

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренко Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Уның кандидатураһы өсөн комиссияның 12 ағзаһы ла тауыш биргән.

Илона Анатольевна 9 апрелдә үк Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдиме менән Радий Хәбиров указына ярашлы төбәк ҮҺК-һы составына һайланды. 10 апрелдә уны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итергә тәҡдим иттеләр.

Илона Макаренко 1968 йылдың 8 февралендә Өфөлә тыуған. Юридик фәндәр докторы, профессор.
1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған (хәҙерге хоҡуҡ институты), шул уҡ йылдан БДУ-ның криминалистика һәм суд экспертизалары кафедраһында эшләй башлаған.
2009 йылдан бирле Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты директоры.
Илона Анатольевнаның ғилми даирәһе балиғ булмағандар араһындағы енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуға арналған. Ул 100-ән ашыу фәнни эш авторы булып тора.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға