11.04.2019 "Махсус сигнал" операцияһы башлана
Баш ҡалала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре яңы рейдҡа сыға. Был юлы улар "Спецсигнал" операцияһы иғлан итте.
22 апрелдән 29-ына тиклем дауам иткән был сарала урамдарҙан йыш-йыш ҡына "Тиҙ ярҙам", ҡотҡарыу хеҙмәте, янғын һүндереүселәр машиналары үтәсәк. Ә улар артынан ДПС күҙәтеп барасаҡ. Маҡсат - рулдә ултырған кем дә кем әлеге "сигналлы" транспортҡа юл бирмәй, шуларҙы тотоу.
Водителдәр белергә тейеш: әгәр ҙә мәгәр махсус сигналлы хеҙмәттәргә юл бирмәһәләр, штраф күләме 500 мең һум йәки өс айғаса иректән мәхрүм итеү.