11.04.2019 Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы үҙ эшен башланы
Сарала төрлө ҡала - райондарҙан килгән делегаттарҙан башҡа, муниципаль берәмектәрҙең мәғариф бүлектәре белгестәре, ғалимдар, федераль һәм дәүләт органдары етәкселәре, филология факультеттары студенттары ҡатнаша.
Мәртәбәле йыйынды мәшһүр "Урал" көйө менән асып ебәрҙеләр. Уны барса халыҡ аяҡ үрә баҫып тыңланы.