«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала өс бала үтә ҡурҡыныс сир менән ауырый



11.04.2019 Республикала өс бала үтә ҡурҡыныс сир менән ауырый

Башҡортостанда 2018 йылда 594 кешелә сифилис сире асыҡланған. Был 2017 йылға ҡарағанда 139-ҡа (19%-ҡа) кәмерәк.

Ауырыуҙар араһында өс бала бар. Әйткәндәй, 2017 йылда был енси ауырыу 7 балала табылған.

Белешмә:
Сифилис сире башлыса енси юл менән йоға. Шулай уҡ әсәнән яңы тыуған балаға күсә, көнкүреш әйберҙәре аша зарарланырға мөмкин. Әгәр ҙә тейешле дауаланыу булмаһа, бала организмы төҙәтә алмаҫлыҡ үҙгәрештәргә дусар була.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға