«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан автозактары Кубаға оҙатыла



11.04.2019 Башҡортостан автозактары Кубаға оҙатыла

Автозак тип махсус контингент (енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр, тәфтиш аҫтында булыусылар, хөкөм ителгәндәр) ташыу өсөн йөк машинаһын, автобусты, микроавтобусты йөрөтәләр. Бындай транспорт айырым төҫкә (Рәсәйҙә - зәңгәр һыҙат төшөрөлгән аҡ кузов) буяла, зәңгәр яҡтылыҡ маяҡтары ҡуйыла. Махсус кузов бикләнә, эстә рәшәткәләр менән бүленгән, айырыуса ҡурҡыныс енәйәтселәр өсөн стакан кеүек урындар, конвой өсөн ултырғыстар ҡуйыла.

Мәләүездәге 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһында 2009 йылдан бирле автозак йыялар. Улар башлыса Газон Next һәм КамАЗ шассийында ҡорола һәм илебеҙҙең пеницентар системаһында ҙур һорау менән файҙалана.

2017 йылдан алып колонияла Куба иле өсөн автомобилдәр ҡорола. Тәүҙә ике "Валдай" оҙатылһа, былтыр иһә биш "КамАЗ" ебәргәндәр. Быйыл да экспортҡа заказ бар.

Производствола 15 хөкөм ителеүсе эшләй. Куба - йылы ил, шуға күрә лә автозактарға мейес урынына кабина һәм махсус кузовҡа ҡеүәтле кондиционер ҡуйыла, буяуҙар ҙа эҫе ҡояш аҫтында уңмаҫлыҡ итеп һайланған. Һәр машинала 46 кеше һыйырлыҡ ике бүлек бар. Куба машиналарында Рәсәйҙекенән айырмалы рәүештә, бер кеше бикләнә торған камералар юҡ, ике биобәҙрәф, конвой урындары ҡуйылған.

Әҙер машиналар Санкт-Петербургҡа юлланасаҡ. Улар унда караптар менән Куба Республикаһының Мариэль портына оҙатыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға