«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Почта бүлексәһендә бөтәһе лә 39 һум?!



10.04.2019 Почта бүлексәһендә бөтәһе лә 39 һум?!

Һеҙ почтала гәзит тараталар ҙа, хат ебәрәләр, тип уйлағайнығыҙмы? Яңылышаһығыҙ. Хәҙер почта бүлексәләре магазиндарҙың филиалына әйләнеп бара бит инде. "Рәсәй почтаһын"да сираттағы яңылыҡ.

Тәжрибә үткәреп ҡарарға булғандар. Тиҙҙән ил буйынса "Рәсәй почтаһы" бүлексәләрендә кейем-һалым, канцелярия, көнкүреш химияһы тауарҙары тағы ла күберәк һатыла башлаясаҡ. Был почта менән Fix Price селтәренең берлектәге проекты икән. Бер үк хаҡлы әйберҙәрҙе бигерәк тә төпкөлдәге ауылдарҙа эшләгән почтала һатмаҡсылар. Кеше сифатлы ла, арзан да нәмәне ала алһын, йәнәһе.

Ҡыҙыҡ ҡына булыр инде. Почтаға барам әле, тип сығып китә лә, ти ҡатындар, гәзит-журнал урынына бер тоҡсай 39, 49, 59 һумлыҡ әйберҙәр тейәп ҡайта.

Әйткәндәй, быйыл барлығы 2000 самаһы почта бүлексәһе Fix Priсe менән "бер ҡыйыҡ" аҫтында эшләй башлаясаҡ. Юҡ, почта күсенмәй, ә магазин тейәнеп почтаға киләсәк. Тик кем һатыр икән? Почта хеҙмәткәреме, һатыусымы? Әллә яңы һөнәр барлыҡҡа килерме - "почтала һатыусы"?

Матбуғат тарата торған учреждение шулай яйлап ҡына асылынан ситләштерелә бара, ахыры...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға