10.04.2019 Ҡыу үлән яна!
Ут аямай. Апрелдең һуңғы биш көнөндә генә республикала ҡыу үлән яныуҙың 107 осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә яландарҙа 19 урында ут сыҡҡан. 1 миллион 300 мең квадрат метр майҙан янған.
Барыһында ла кеше факторы ғәйепле. Сөнки күптәр сүп-сар яға ла,уны һүндереп китеүҙе кәрәкле тип тапмай, юл ситтәренә тәмәке төпсөгө ырғыта. Көслө ел булғанда ла яланда йәки баҡсаһында усаҡ яға.
Ҡар иреп бөтөп бара. Урман - яландарыбыҙҙы, йорттарыбыҙҙы « ҡыҙыл әтәс»тән һаҡлайыҡ. Күп осраҡта янғындарҙың сәбәбе – вайымһыҙлыҡ.