10.04.2019 Айыуҙы ашатам тип, ҡулһыҙ ҡалған
Туристик базаға ял итергә килгән был ҡатындың хәле ауыр, йәрәхәттәре етди. Уның һул ҡулын ҡырҡҡандар.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был базала ял итеүсе ҡатын, ситлектә торған айыуҙы ашатыу өсөн йыртҡысҡа ҡул һуҙған. Урман хужаһы уны ҡулынан эләктереп алырға күп һорамаған...
Әлеге ваҡытта оператив төркөм ғәҙәттән тыш хәл урынында тикшереүҙәр уҙғара.
Беҙҙең төбәктә лә ял итеү һәм тау-саңғы комплекстарында ситлектә тотолған айыуҙар бар. Ял иткән ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ!