10.04.2019 Һин ҡатын-ҡыҙ һәм йәшең 30 – 39 араһындамы? ВПЧ-ға бушлай тикшерел
ВПЧ-һы нимә була тағы, тип уйлайҙыр әле белмәгән кеше? Белегеҙ: ул – вирус папилломы человека, йәғни кеше папилломаһы вирусы. Был вирус – енси юл менән йоҡторолған иң таралған сир.
Республиканың 30 – 39 йәш арауығындағы ҡатын-ҡыҙҙары бушлай тикшерелә ала. Бары тик медицина страховкаһы булыуы ғына шарт. Анализды теләһә ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында бирергә мөмкин.
ВПЧ – бик насар йоғошло ауырыу. Уның арҡаһында аналыҡ муйынсаһы һәм тамаҡ яман шеше барлыҡҡа килеүе ихтимал. Аналыҡтағы яман шеш айырыуса тарала бара, шуныһы менән ҡурҡыныс.
Тикшерелегеҙ, һаҡланығыҙ, сәләмәт булығыҙ!