10.04.2019 Теләһә кемде өйөңә индермә, зинһар! Талайҙар бит!
Беҙҙе тиҫтәләрсә йылдар кешегә ышанырға өйрәттеләр. Ләкин оятһыҙ әҙәмдәр йәлләп тә тормайынса, ҡаты ғына итеп ярыҡ ялғашҡа ултыртып, яңы һабаҡҡа – һәр кемгә шикле ҡарарға өйрәтә.
Кисә Өфөнөң хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан Рязань өлкәһенең өс мут кешеһе тотолған. Был саҡырылмаған “ҡунаҡтар” үҙҙәрен, газ хеҙмәтенәнбеҙ, тип танытып, газ ҡорамалдарын тикшерергә кәрәк, тип алдап, пенсионерҙарҙың торлағына инеп, аҡса урлап йөрөгән.
Эске эштәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса 5-се һанлы полиция бүлеге аҡса урлау тураһында бер юлы ике оҡшаш ғариза ҡабул итә. Зыян күреүселәрҙең һүҙе буйынса, уларға “газовиктар” килә, һәм уларҙың береһе иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп, аш бүлмәһендә газ плитәһен “тикшергән” арала, икенсеһе башҡа бүлмәләрҙә әйбер тентей. Пенсионерҙар ғәҙәттә бөтә байлығын ҡайҙа тота? Эйе, шкафта, сервантта – йәғни, күҙ алдында тиерлек. Шуға ла бурҙарға аҡсаны табыуы бер ни тормай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар киткәс кенә оло кешеләр аҡса юғалыуын аңғарып, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Зыян күреүселәргә тәфтиш-оператив төркөм ебәрелә. Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, бурҙарҙы Иглин районында тота. Ике ир һәм бер ҡатын (34-49 йәшлектәр) Рязань өлкәһенән булып сыға. Улар тәүҙә, беҙ ябай сауҙа итеүселәр генә, Өфөгә һатыныу өсөн генә килгәнбеҙ, пенсионерҙарҙы талауға бер ниндәй ҡыҫылышыбыҙ юҡ, тип ныҡ торһа ла, һуңынан, дәлилдәр ҡыҫымында, ике урлыҡта ғәйебен тана. Полицияла улар бер көн эсендә ике фатирҙа булып, 100 мең һум аҡса урлағандарын һөйләй. БР Эске эштәр министрлығының пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта “гастролерҙарҙың” республикалағы башҡа ошондай енәйәттәргә ҡыҫылышы асыҡлана.
Уларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған. Ғәйептәре раҫланһа, алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин.