10.04.2019 Яңы төр паспорт сыға
Тиҙҙән Рәсәй кешеләрен биологик һәм химик хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы генетик паспорттар биреләсәк.
Ил Президенты Владимир Путин генетик паспортлаштырыуҙы үҙе хупланы. Шулай итеп, 2025 йылға беҙҙең тағы бер “дөкәмитебеҙ” барлыҡҡа киләсәк.
Рәсәй башлығының махсус указына ярашлы, генетик паспорттарға бәйле ике положение бар: беренсенән (теүәлерәк булһын өсөн русса бирәбеҙ), для мониторинга химических и биологических рисков необходимо «осуществление генетической паспортизации населения с учетом правовых основ защиты данных о персональном геноме человека и формирование генетического профиля населения»; икенсенән, предполагается создание «условий для проведения генетической паспортизации населения, развития технологий скрининга генофондов человека, животных и растений».
Шулай уҡ Рәсәйҙә сывороткаһы милли банкы булдырыласаҡ һәм йоғошло ауырыуҙарҙы мониторингылау буйынса мәғлүмәти-аналитик система эшләнәсәк.
Тик әлегә был генетик паспорт тигәндәре ҡайһылайыраҡ буласағы билдәһеҙ. Ул суд-медицина документымы (башлыса шәхесте раҫлаусы) йә кеше сәләмәтлегенә хәүеф янау-янамау һәм организмының башҡа үҙенсәлектәре күрһәтелгән документмы – ниндәй варианты һайланыр.
Әммә бер нәмә аныҡ билдәле – генетик паспорт өсөн кешенән ген өлгөһө алынасаҡ. Төкөрөкмө, ҡанмы шунда... Хаҡы күпме торор? Шул мәсьәлә лә бар.