10.04.2019 Беҙҙе күҙәтергә 609 камера ҡуйыласаҡ
Тегендә лә камера, бында ла камера. Кем ҡайҙа бара, нимә эшләй, нимә тота... Хәҙерге заманда һәр аҙымыңды видеокамера күрә.
Башҡортостан юлдарына 609 камера ҡуйырға ниәтләйҙәр. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса кәңәшмәлә шул хаҡта белдерҙеләр. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Уның әйтеүенсә, юлдарҙағы авариялар күп кеше өсөн фажиғә. Был мәсьәләне нисек тә хәл итергә кәрәк. Күп һанлы һәләкәттәрҙе кәметеп була. Быға видеокамералар ҙа булышлыҡ итәсәк.
Кеше ғүмере өҙөлгән юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү өсөн махсус комиссия булдырылған. Авария иң күп теркәлгән урындарҙа айырым билдәләр ҡуйыласаҡ, юл шымартыласаҡ, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа, үҙәк урамдарҙа термопластиктан разметкалар эшләнәсәк.
Камераларҙы иһә 1 авгусҡаса ҡуйып бөтөү күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, бындай саралар ДТП осрағын 3,5 тапҡырға кәметергә тейеш.