«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айырылышыуҙар кәмегән? Бирһен Хоҙай!



10.04.2019 Айырылышыуҙар кәмегән? Бирһен Хоҙай!

Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының “Социаль-иҡтисади хәлгә һәм халыҡтың үҙ-үҙен тотошона айлыҡ мониторинг” тикшереүе ана шуны асыҡлаған. Рәсәйҙә 2018 йылда 2017 йылға ҡарағанда айырылышыуҙар 3,7 процентҡа аҙыраҡ булған, тип хәбәр итә РИА “Новости”.


Шул уҡ ваҡытта өйләнешеүҙәр күрһәткесе лә 12 процентҡа кәмегән. Әлеге ваҡытта өйләнешеүҙәр коэффициенты 2000 йылдағына тап килә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға