«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кикбоксер һәм депутат менән зарядкаға баҫ!



10.04.2019 Кикбоксер һәм депутат менән зарядкаға баҫ!

Иглин районынан Миләүшә ХӘСӘНОВА хәбәр итә:

13 апрелдә Иглин ауылы халҡы ғәҙәти булмаған сарала – “Йондоҙ менән зарядка”ла ҡатнашасаҡ.

Был федераль акция үткән йәкшәмбелә Өфөлә старт алды. Ун минутлыҡ күнекмәне биатлонсы Максим Чудов үткәрҙе. Унан һуң спорт сараһы Башҡортостандың ҡала һәм райондарына эстафета итеп ебәрелде. Тәүгеләрҙән булып Иглин менән Кушнарен райондары һайланды.

Зарядка район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда иртәнге сәғәт 11-ҙә үтәсәк. Уны Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, кикбоксинг һәм яу сәнғәте буйынса 36 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Андрей Иванюта үткәрергә йыйына.

“Йондоҙ менән зарядка” республика акцияһына 2-8 сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға