10.04.2019 Суд приставтарының машинаһына ҡаршы трактор менән
Урындағы бер эшҡыуар законһыҙ рәүештә автойыуыу комплексын асып ебәргән. Суд приставтары бер-нисә тапҡыр уны штраф һәм санкциялар тураһында иҫкәрткән булған. Тик ир киҫәтеүҙәргә ыжлап та бирмәгән.
Приставтар автойыуыу эшмәкәрлеген тыйыу өсөн комплексты ябырға килгәс, законды һанламаған әҙәм уларға ҡаршы трактор менән сыҡҡан. Ул приставтарҙың ведомство автомобилен төкөткән, һөҙөмтәлә машина етди техник зыян күргән.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеү факты буйынса тикшереү уҙғара. Эшҡыуарға енәйәт эше асылыуы мөмкин.