«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт бейеүен мыҫҡыл итергә юл ҡуймаҫбыҙ!



10.04.2019 Башҡорт бейеүен мыҫҡыл итергә юл ҡуймаҫбыҙ!

4 апрелдә татар пародисы Данир Сабировтың концертынан яҙма социаль селтәрҙәрҙә таралды. Унда башҡорт халҡы бейеүенең килеп сығышы мыҫҡыл итеп күрһәтелгән.

Был видео ролигына күптәр ҡаршы сыҡты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ла бөтә Башҡортостан һәм бар башҡорт халҡы исеменән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул Татарстан Республикаһы Роберт Миңлехановҡа, РТ мәҙәниәт министры Ирада Әйүповаға, Бөтә донъя татарҙары конгресының башҡарма комитеты Ринат Зәкировҡа йүнәлтелде.

Документ йөкмәткеһендә Башҡортостан йәмәғәтселеге һәм халҡы Данир Сабировтың сығышына ҡырҡа ҡаршы икәне тип әйтелә. Видеояҙма милләт-ара мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһай һәм Рәсәй Президенты В.В. Путин ҡабул иткән 2025 йылғаса Рәсәй Федерацияһының Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһына ҡаршы тора. Башҡорт бейеүе профессиональ сәхнәгә тәүгеләрҙән булып сыҡҡан һәм тап беҙҙең халыҡ донъяға билдәле балет артистарын, опера йырсыларын бүләк иткән. Башҡортостандың бер артисының да башҡа халыҡтарҙың рухи мираҫын мыҫҡыл итеп сығыш яһағаны юҡ.

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы түбәндәгеләрҙе талап итә:
1. Данир Сабировтың сығыштарына цензура яһарға һәм башҡаса бындай сығыштарға юл ҡуймаҫҡа;
2. Данир Сабировтан башҡорт халҡы алдында ғәфү үтендерергә. Әгәр ҙә был булмаһа, Рәсәй Федерацияһының Генераль Прокуроры исеменә үрҙә телгә алынған фактта енәйәт составы барлығын тикшереү буйынса мөрәжәғәт ебәрергә;
3. Данир Сабировҡа Башҡортостан биләмәһендә сығыш яһауҙы 2019 йылдың аҙағына тиклем тыйырға.


"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы рәйесе Д.А. Ғәйнуллин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға