«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лайыҡлы йәшәр өсөн нисә һум аҡса кәрәк?



10.04.2019 Лайыҡлы йәшәр өсөн нисә һум аҡса кәрәк?

Ҡыҙыҡ ул төрлө кимәлдәге тикшеренеүселәр, социологтар. Кеше аҡсаһын һанап тик йөрөйҙәр. Бына шундайҙарҙан берәү килде лә һорай: ”Нисек уйлайһығыҙ, һеҙ яҡшы йәшәү өсөн нисә һум аҡса эшләргә тейешһегеҙ?” Һмм... Яҡшы (лайыҡлы) йәшәүҙе кем нисек күҙ алдына килтерә бит әле...

Рәсәйҙәргә уртаса 66 мең һум аҡса эшләһә, шул етә. Уртаса. Мәскәү халҡына, мәҫәлән, 100 мең һумдан да кәм булмаһын. Питерҙарға уртаса 91 мең һум етеп тора.

Был мәғлүмәттәрҙе РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты тикшеренеүселәре бирә.

Барнаул, Якутск, Чита, Улан-Удэ кешеләренә 50 – 55 мең һум кәрәк. Быныһы илдәге иң әҙ сумма, имеш.

Әлләсе, ул тиклем үк булмаһа ла ярайҙыр. Күршем әйтеп ҡуйҙы: “30 мең һум ай һайын килеп торһа, белер инем нисек йәшәргә...”

Тикшеренеүселәр лайыҡлы йәшәр өсөн бына нимәләр кәрәк тигән: шәхси йорт йә фатир, машина, яҡшы медицина хеҙмәте йә белем алыу мөмкинлеге, туйғансы (дөрөҫ) туҡланыу, шул иҫәптән кафе, ресторандарҙа, спорт йә яратҡан эш менән шөғөлләнеү, театр, күргәҙмәләргә йөрөү, ҡыҙыҡлы эш, сәйәхәт итеү (сит илдәргә лә).

У-ууу... Фатирҙы ҙурайтыу һәм машина алыу мәсьәләһен ҡарарға кәрәк икән... Тимәк, эш хаҡының күберәк булыуы шарт...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға