«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем өс йәшлек балаһын яңғыҙын ҡалдыра инде?



09.04.2019 Кем өс йәшлек балаһын яңғыҙын ҡалдыра инде?

Өфөләге бер фатирҙа бәләкәй бала ишекте бикләгән. Тыштан аса алмағандар...

Ата-әсәһе өс йәшлек малайҙы яңғыҙын ҡалдырып киткән дә, теге ишекте шыплатып бикләп ҡуйған. Тыштағылар ҙа, бала үҙе лә аса алмаған. Ахырҙа ҡотҡарыусыларға шылтыратырға тура килгән.
Үткән тәүлектә ҡотҡарыусылар блокировкаланған ишекте асырға ике тапҡыр сыҡҡан. Һәр осраҡ та - өлкәндәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында. Ә шунда бала менән берәй фажиғә булһа? Әҙме ни өлкәндәрһеҙ ҡалған балаларҙың янып үлеүҙәре?

Ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырып китмәгеҙ, зинһар!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға