«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Апокалипсис: сираттағы заман ахыры етә, имеш



09.04.2019 Апокалипсис: сираттағы заман ахыры етә, имеш

Ер йөҙөндә нисәмә тапҡыр донъя бөтөүен юранылар инде?! 2012 йылдың декабрендә хатта ахырызаман етеүен шоуға әйләндерә яҙҙылар. Шырпы, шәм, ризыҡ запасы, бункерҙар...

Ысынлап та донъя бөтһә, ҡотолорһоң шырпы менән генә ҡотолмай ҙа ни!

Бына хәҙер тағы апокалипсис яҡынлаша тиҙәр. Әлеге лә баяғы мифик Нибиру Ергә етеп килә, ти. Хыялыйҙар яңы ахырызаманды 21 апрелдә үк булыр, тип күҙаллай. Йәнәһе, Нибиру беҙҙең менән төкөшөргә күптән уңайлы мәл эҙләй.

Төкөшмәгән хәлдә лә, тап 21 апрелдә беҙҙең планетанан Ҡояшты ҡаплай ҙа, һөҙөмтәлә Ер температураһы ҡапыл ғына 273 градусҡа төшә. Майялар шулай тип фаразлаған борон.

Скептик ғалимдар улай булыуы мөмкин түгел, ти. Беренсенән, Ер ҡапыл ғына ундай температураға тиклем төшә алмай, уның ядроһы ғына ла 6000 градус эҫе. Икенсенән, йыһан вакуумында температура бер ҡасан да 270 градустан түбән төшмәгән. Шулай булғас, Нибируға беҙҙе урап үтергә тура килә инде...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға