09.04.2019 Авария яһаусыларҙы ҡабат “права”ға уҡытасаҡтар
Авария яһаусы водителдәрҙе юл ҡағиҙәләрен яңынан өйрәнергә мәжбүр итеүҙәре бар. Был үҙгәреш водитель танытмаһын алғанға ике йыл тулмағандарға ҡағыла.
Белеүегеҙсә, 7 апрелдән дәүләт автоинспекцияһы автомәктәптәрҙе күҙәтеүгә алды. Юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн уҡытыу программаһын ЮХХДИ идаралығы раҫларға тейеш.