«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телде аңламаған депутаттар аудиотәржемәсе ҡулланһын



09.04.2019 Телде аңламаған депутаттар аудиотәржемәсе ҡулланһын


Башҡортостан парламентында тарихи көн: тәүге тапҡыр башҡортса сығыш яңғыраған.
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтенең уҙған йылдағы эше тураһында отчет менән сығыш яһаған. Уның сығышына аңлатма биреп, депутат Әлфәрис Байсурин башҡорт телендә һөйләгән. Телде аңламаған парламентарийҙарға синхрон аудиотәржемәсене ҡулланырға ҡушҡан.
«Беҙҙең халыҡ әйткәненсә, «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй» тигән башҡортсалап Радий Фәрит улы. Һеҙҙең менән киләсәктә бына шулай эшләйәсәкбеҙ. Юғары бурыстарға ҡыйыу тотонорға һәм уны берҙәм башҡарып сығырға кәрәк», - тигән республика етәксеһе.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға