«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Атаһына 150 меңлек пенсия яһаған!



09.04.2019 Атаһына 150 меңлек пенсия яһаған!

Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ Пенсия фондында эшләмәйме? Ә күпме пенсия алаһығыҙ? И-и, шулай аҙ ғына ыштоли?


Ә бына Воронеж ҡалаһында берәү, Пенсия фонды начальнигы булараҡ, атаһына ай һайын 150 мең һумлыҡ пенсия “тәғәйенләгән”! Үәт! Пенсия күләмен программа-техник комплекс ярҙамында икенсе төрлө итеп үҙгәрткән, ти. Ҡатындың өс йыл буйы документтарға ялған күрһәткестәр ҡуйыуы арҡаһында 3,5 миллион һумлыҡ зыян килгән.

Атаның “хәстәрлекле” ҡыҙы менән бөгөн прокуратура шөғөлләнә икән. Ул үҙенең ғәйебен таныған һәм зыянды тулыһынса ҡаплаған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға