«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсияға етеп килгән кешеләрҙе ныҡ һаҡларға кәрәк



09.04.2019 Пенсияға етеп килгән кешеләрҙе ныҡ һаҡларға кәрәк

Ни өсөн? Сөнки белгестәр әйтә. Улар тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шундай һығымтаға килгән.

Рәсәйҙә пенсияға сығыу йәшен оҙайтҡандан һуң, ирҙәрҙең – 60 – 64, ҡатындарҙың 55 – 59 йәшлектәре иң нескә күңелле булып китә. Тиҙ рәнйей, күңеле йомшара, күҙ йәштәре тиҙ генә былт итеп килә лә сыға.

Сәбәбе нимәлә булыуы мөмкин? Белгестәр фекеренсә, был алда торған киләсәктән бер аҙ ҡурҡыуҙан шулай. Эшен юғалтыуҙан да ҡурҡа кеше, пенсияһының түбән буласағын да белә бит инде. Ҡайһы берәүҙәр даими эш тә таба алмай. Бына шунан күңел йомшармай нишләһен!

Ғалимдар ҙа төрлөсә фараз ҡыла. Берәүҙәре 2028 йылға ярлылыҡ кимәле төшөр, ти, икенселәре ҡапыл ғына үҫеп китеүе лә бар, ти. Аптыраҡ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға