«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Прививка яһатмаһаң…



08.04.2019 Прививка яһатмаһаң…


Балаларығыҙға тейешле прививкаларҙы ваҡытында эшләтегеҙ. Ауыр эҙемтәләргә килтереүсе йоғошло сирҙәр менән ауырыу осраҡтары әленән- әле ҡабатланып тора. Һуңғы өс айҙа ғына республикала ҡыҙылса менән биш кеше сирләгән. Уларҙың өсәүһе – ололар, икеһе – балалар.
Былтыр 35 кеше ауырыған. Шуларҙың 14-е – балалар. 1-5 йәштән алып прививкаһыҙ биш бала ҡыҙылса йоҡторған. Вирусты сит республикаларҙан килеүселәр тарата.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға