«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һабантуйҙа иҫерткес һатыу тыйылырмы?



08.04.2019 Һабантуйҙа иҫерткес һатыу тыйылырмы?

Республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә ауылдарҙа суррогат иҫерткестәр һатыуға ҡаршы көрәште ойоштороуға бәйле граждандар йыйылыштары үтеүе тураһында һүҙ булды.

Дөйөм алғанда, алкоголдән ағыуланып үлеүселәр һаны бик әкрен кәмей. 2017 йылдың статистика мәғлүмәттәре буйынса 1008 кеше ошо сәбәпле үлгән, 2018 йылда – 934. Төп сәбәптәргә түбәндәгеләр килтергән: алкоголь кардиомиопатияһы, киҫкен ағыуланыу, эсеү арҡаһында бауыр сире, осраҡлы ағыуланыу. Үлемдең, исмаһам, был сәбәптәрен туҡтаырға мөмкиндер бит? Нисек? Эскелеккә, уны ойоштороусыларға ҡаршы көрәшеп кенә!

Шуға ла республика муниципалитеттарында халыҡ йыйылыштары (сход граждан) үткәрелә башланы. Бер айҙа, 5 марттан 6 апрелгәсә 2991 йыйылыш уҙған. Алдан төҙөлгән план буйынса 20 апрелгә тиклем тағы ла 125 сход буласаҡ.

Халыҡтың үҙәгенә үткән тема – эскелекте нисек туҡтатырға? Анығырағы – суррогат эсемлек һатыусыларҙы был эшенән нисек туҡтатырға?!
Халыҡ шуны тәҡдим итә: ауылдарҙа инициатив төркөмдәр булдырырға, эске эштәр органдары эшен әүҙемләштерергә, ялған алкоголь һатыусыларҙы исемләп асыҡлап (уларҙы кеше былай ҙа белә лә бит), тыйырға, судҡа бирергә, эскеселәргә психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтергә. “Айыҡ ауыл”, ”Сәләмәт ауыл” программаларҙа ҡатнашырға ла теләүселәр күп.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, спиртлы эсемлектәр һатҡан кешеләрҙе был насар ғәҙәтенән ташлатырға һәм улай ғына ла түгел, ә алмашҡа нимәлер бирергә тейешбеҙ. Был иң беренсе сиратта – эш. Кешенең даими эш урыны булырға тейеш. Элек суррогат һатып, кешене ағыулаусылар бынан ары нормаль рәүештә беҙҙең иҡтисадҡа эшләргә тейеш.
– Беҙ ауылда кешегә башҡа нәмә бирергә тейешбеҙ. Мәҙәниәт, сәләмәт тормош, мәҫәлән. Мин юҡҡа ғына “Тыуған урам” программаһында ҡатнашыу тураһында әйтмәйем. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ауыл урамында итектә түгел, ә туфлиҙа йөрөргә тейеш. Ауылдарға ла цивилизация барып етергә тейеш, – тине республика етәксеһе.

Әйткәндәй, ялған иҫерткес һатыу (суррогат) менән көрәш етди рәүештә Әбйәлил районында башланған. Ундағы ауылдарҙа кешене ағыулаусы урындар бигерәк күп булған – 100-ҙән артыҡ. Хәҙер, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, суррогат һатыу нөктәләренең 80 проценты юҡ ителгән. Ҡалғандарын да суд көтә.

Тиҙҙән Һабантуйҙар мәле етә. Әле ошо байрамды айыҡ үткәреү мәсьәләһе ҡарала.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға