«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уттан бер нәмә лә ҡалмай, ҡалғаны ла көл дә күмер



08.04.2019 Уттан бер нәмә лә ҡалмай, ҡалғаны ла көл дә күмер

Республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, ошо көндәрҙә янғын сығыу осраҡтары артҡан. Сәбәбен күҙаллау ҡыйын түгелдер.

Йылы миҙгел етеү менән ут сығыу осраҡтары ла йышая. Яҙын бигерәк тә. Сөнки кеше сүп-сар яға башлай.

Үткән аҙнала 252 янғын сыҡҡан. Уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, алтауһының тәне бешкән, тағы ла 67 кеше ҡотҡарылған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән ялда ҡый яғыуҙан, ҡоро үлән яныуҙан да ут сығыу осрағы күбәйгән.

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында бер йортта газ шартлаған. 50 йәшлек хужа йәрәхәтләнгән.

Уттан бер нәмә лә ҡалмай, һаҡ булығыҙ, тип меңенсе ҡат иҫкәртәбеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға