08.04.2019 Апрелдең икенсе аҙнаһы йәй кеүек
Өфөгә яҙ тиҙерәк килеп етте. Ҡарҙы ҡырып алып бөттөләр, юлдарҙы ямғыр бер аҙ йыуҙы. Был аҙна йәй кеүек буласаҡ.
Синоптиктар фаразлауынса, апрелдең икенсе аҙнаһының ҡайһы бер көндәре беҙҙе бөтөнләй “иретәсәк”. Бөгөн, йәғни дүшәмбелә ямғыр булһа ла, һауа температураһы 7 градус ҡына йылыны күрһәтһә лә, иртәгә 12 градус йылылыҡ беҙҙе ҡыуандырасаҡ. Артабан йылы куртка тигәнегеҙҙе шкафтың төбөнә үк элеп ҡуйһағыҙ ҙа була – көндөҙ +16! Кесе йомала Өфөгә ысын йәй етмәксе, синоптиктар был көн аҙнаның иң йылыһы булыр, тип фараз ҡыла – +17! Йомала термометр бағанаһы бер аҙ ғына төшәсәк.
Ә бына ял көндәрендә тағы ла ямғыр яуыр. Түҙерһегеҙ, өфөләр.
Республикала иһә көн торошо баш ҡаланыҡынан айырыла. Төрлөсә: йә ямғыр, йә йылы, йә ел.