«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя йәме - матур йәшәүҙә



08.04.2019 Донъя йәме - матур йәшәүҙә

«Юлдаш» радиоһында һәр шәмбе эфирға сыҡҡан «Йәшәү йәме» тапшырыуы фиҙакәр хеҙмәте, өлгөлө тормошо, күркәм холоҡ-фиғеле менән йәшәйеште биҙәүсе замандаштарыбыҙ яҙмышын, булмышын сағылдыра. Рухи ҡиммәттәрҙе туплаған ғаилә именлеге, хеҙмәт емеше, күңел бөтөнлөгө – күптәр йәшәү йәмен ошо төшөнсәләр менән бәйләй. Беҙҙең геройҙар ниндәйҙер дан-шөһрәт яуламаһа ла, башҡарған эштәре, ҡылған ғәмәлдәре менән маҡтауға лайыҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Мең йыл йәшәп булғанда ла, мин йәшәп туймаҫ инем» тигән ҡанатлы һүҙҙәрен девиз итеп йәшәй улар.

Уҙған сығарылыштарҙа, һөнәрселек училищеһын тамамлап, кеҫәһендә утыҙ һум аҡса менән Өфөгә юлланып, ҙур уңыштарға өлгәшкән Баймаҡ егете Динар Күсәев, Рәсәй хәрби авиация үҫешенә үҙ өлөшөн индергән хәрби осоусы Азамат Юлбарисов, республикабыҙ сәнғәтенә өс опера йырсыһы бүләк иткән Люциә һәм Рафиҡ Рәхимовтар ғаиләһе, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, төҙөүсе Миҙхәт Сөләймәнов, халыҡ һаулығы һағында тороусы, ябай ауыл фельдшеры Әлфирә Ноғоманова һәм башҡаларҙың өлгөлө тормош һәм хеҙмәт юлы менән таныштырҙыҡ.

Радио тыңлаусыларҙы алда ла йәнле тапшырыуҙар көтә. Эшсе һөнәренең баһаһын күтәрер хеҙмәт кешеһе, сәнәғәт тармағы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф, медицина өлкәһендә оло ҡаҙаныш яулаған замандаштарыбыҙ хаҡында киләһе сығарылыштарҙа бәйән итербеҙ.

Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ. Был донъяла һәр кем бәхеткә ынтыла һәм, башланған һәр эшем уңышҡа килтерһен, атлаған аҙымым хәйерле булһын, тип юрай. Халыҡсан «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында эске күңеле бай, рухи тамырҙары ныҡлы, киләсәге ышаныслы кешеләр яҙмышын тасуирлаған «Йәшәү йәме» тапшырыуын тыңлағыҙ, йәмле йәшәүгә илһам алығыҙ!





Автор: К. ШӘРИПОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға