05.04.2019 Ғалимдар Шүлгән мәмерйәһендә табылған бала башы һөйәген өйрәнә
Яңыраҡ Сибай ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина Өфөлә Башҡортостан Республикаһының күсмәй торған милли мираҫын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә директор Д.А. Ғәйнуллин һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенә ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре В.Г. Котов менән осрашты.
Альбина Зөфәр ҡыҙы ғалимдарға музей фондында һаҡланған ғәжәйеп табылдыҡты - кеше башы һөйәгенең ике өлөшөн тапшырҙы. Уны 1995 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһенең Көмбәҙле залында Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәмил Фәрит улы Муллағолов тапҡан. Ул үҙенең уҡыусылары менән мәмерйәнең уртансы ҡатында экскурсия мәлендә, Көмбәҙле залдан көнбайыш стенаға илткән тәпәш урында соҡорҙа алты һөйәккә юлыҡҡан булған. Уларҙың араһында кешенең аҫҡы яңағы, соңҡа ҡапҡасы һәм өҫкө яңаҡтың уң өлөшө табылған. Был артефакттар Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығына тапшырылған, унан һуң соңҡа ҡапҡасы һәм өҫкө яңаҡтың уң өлөшө музейға килеп эләккән.