«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Буран әбейҙәре” пенсионерҙар өсөн йорт һала!



03.04.2019 “Буран әбейҙәре” пенсионерҙар өсөн йорт һала!

Удмуртияның “Буран әбейҙәре” коллективы 2012 йылда “Евровидение” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып танылыу яулағайны.


Оло популярлыҡ ҡаҙанғас, йырсыларҙы бөтә ерҙә лә концерттар менән көтөп алалар.

Бөгөн әбейҙәр яңғыҙ пенсионерҙар өсөн йорт һала башлаған. Ҡорам янында урынлашҡан приютта барлығы 20 кеше йәшәйәсәк. Унда йәшәргә бөгөн үк теләк белдереүселәр ҙә бар. Әйткәндәй, Буран ауылындағы был ҡорам да уларҙың "Евровидение"ла еңеүҙәре өсөн аҡсалата бүләгенә төҙөлгән.

Ләкин, финанс мөмкинлектәре сикле булғанға күрә, “Буран әбейҙәре” приюттың осона сыға алыуҙарына икеләнә. Шуға күрә битараф булмаусыларҙан ошо изге эшкә аҡса һорап мөрәжәғәт итәләр.
Баҡтиһәң, әбейҙәр бөгөн гастролдәргә һирәк йөрөй. Халыҡ ярҙамы менән яңғыҙ ҡарт-ҡороға ярҙам ҡулы һуҙырға өмөтләнә улар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға