«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 3,7 млн һумды нисек эшләп алырға? Анһат ҡына!



03.04.2019 3,7 млн һумды нисек эшләп алырға? Анһат ҡына!

Намыҫыңды һатаһың да (шайтанға, ахыры), һәм оло кешене алдап, байыйһың. Учалыла “ҡара” риэлтор ҡатындар шулайтҡан да.

Ике йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалабыҙҙың риэлтор агентлыҡтарының береһенә мөрәжәғәт итеп, шунда эшләүсе ҡатын менән таныша. Ҡатынҡай бабайға фатир һатып алырға, документтар тултырырға ярҙам итә. Шунан өс әхирәтен иптәшкә алып, ул яңғыҙ ветеранға күсенергә, өйҙө йыйыштырышырға ла килә. Ярҙамлашҡанда улар бабайҙың иҫәбендә ҙур ғына сумма аҡса ятҡанын төбәшеп беләләр. Шунан ошо риэлторҙар бабайҙың аҡсаһын алдап урлап, яуыздарҙан уны туҡматып та хушһынмай, нәфселәре ташып, фатирынан да ҡолаҡ ҡаҡтырырға маташа...

Был триллерға тартым ваҡиға хаҡында “Йәшлек”тең сираттағы һанында уҡырһығыҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға