«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли мәғариф идаралығы төҙөлә



03.04.2019 Милли мәғариф идаралығы төҙөлә

БР мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, әлеге мәлдә министрлыҡта ни бары ике белгес милли мәғариф мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Махсус идаралыҡ төҙөлһә, унда юғары һөнәри кимәлгә эйә булған педагогтар ғына эшләйәсәк.
Яңы ведомство дөйөм һәм урта һөнәри белем биреү генә түгел, ә юғары белем кимәлендә лә милли телдәр уҡытыуҙы контролдә тотасаҡ.

«Идаралыҡ — республикалағы милли мәғарифтың юғары органы тип иҫәпләнәсәк һәм башҡорт телен уҡытыуҙы яңы лайыҡлы кимәлгә күтәрәсәк», — тип аңлата Айбулат Хажин. Уның тәүге баҫҡысы булып Беренсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын үткәреү тора. Туған телдәрҙе өйрәтеүҙә яңы һәм алға киткән методикалар кәрәк. Заман менән бергә атлап, заманса методика уйлап табыр өсөн яңы технологиялар, әсбаптар, педагогик кадрҙарҙы переориентациялау талап ителә.

Күрше Татарстанда бындай идаралыҡ күптән уңышлы эшләп килә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға